Яҙ байрамдар менән башлана,шөкөр.
Бөгөн мин тыуғанмын.Теге быуаттың марты булған был хәл.Ғаиләлә өсөнсө ҡыҙ булып.Апайымдар Айһылыу һәм Гөлниса.Әсәй Айһылыуҙың Ай+, Гөлнисаның гөл өн алып,Айгөл тип исем уйланым тип һөйләй торғайны.Ысынлап та,минән дә олораҡ Айгөлдәр юҡ,ахыры.Әсәйемә шул хәтлем рәхмәтлемен бөтәһе өсөн дә.Айырым рәхмәтлемен матур исемем өсөн.Яратам үҙемдең исемемде!
Рәхмәтлемен туғандарыма, балаларыма,дуҫтарыма.Йылы ҡотлау һүҙҙәрен ишетеү ҡалай рәхәт.Күңелгә май булып яталар.
Ошо урында бер әкиәт иҫкә төштө.
Ел менән Ҡояш бәхәсләшкәндәр икән:кем көслөрәк?Улар көстәрен бер юлаусыла һынап ҡарарға булғандар,ти.Кем был юлаусының плащын систерә ала,шул көслө булып сыға.Ел көслө итеп иҫә башлаған,ҡар ҡатыш ямғыр яуа башлаған.Ә юлаусы плащының билен быуып алған,еңдәрен ҡымтыған.Быны күреп,ел оторо асыуланған ,ти.
Болоттар араһынан ҡояш килеп сыҡҡан.Ул йылы нурҙарын ергә йүнәлткән,юлаусы ла плащын сисеп,ҡулына тотоп алған.Шулай итеп,ел үҙенең уҫаллығы менән еңә алмағанды ҡояш йылылығы менән еңгән.
"Йылы һүҙ -йән аҙығы,яман һүҙ-баш ҡаҙығы"тигәндәй,тыуған көнөмдә әйткән изге теләктәргә,йылы һүҙҙәргә ҡойоноп,әллә кем булып ултырған көнөм) Рәхмәт инде барығыҙға ла!Теләгән теләктәрегеҙ уртаҡ булһын.Тыуған көндәр килеп торһон,яңыларын һаулыҡта ҡаршыларға яҙһын.Амин.