Бөгөн беҙ уҡыусыларым менән Сибай филармонияһы артистары тарафынан әҙерләнгән башҡорт халҡының данлыҡлы "Урал батыр" эпосы буйынса әҙерләнгән тамашаны ҡарап кинәндек.Бына ҡайҙа ул талант!Үлемһеҙ эпос буйынса ҡуйылған спектаклде артистарыбыҙ балаларҙың да,ололарҙың да йөрәктәренә үтеп инерлек итеп уйнанылар.Хәҙерге заман элементтарын индереү ҙә отошло булды:балалар тын да алмайынса тамашаны ҡаранылар.Изгелектең яуызлыҡты еңгәне бармы?Ысын батырлыҡ нимә була ул? Яһалма дан оҙаҡҡа етәме?Урал батырҙы ни өсөн халыҡ ысын батыр тип атай һәм уны онотмай?
Балалар менән әңгәмәләшеү һөҙөмтәһендә мин шуға инандым:тамаша барышында балалар донъяуи һорауҙарға яуап алғандар.Урал батырҙың васыяттарын үтәргә,тәбиғәтебеҙҙе һаҡларға ,ялған дан артвнан ҡыумаҫҡа,ғәҙеллек өсөн йәшәргә икәнен бәләкәс кенә йөрәктәре аша үткәреп,,хисләнеп,үҙ телдәрендә һөйләп ултыралар икән-тимәк,"Урал батыр"эпосы быуындан-быуынға күсәсәк әле,еребеҙҙә Урал батыр тоҡомдары йәшәйәсәк әле.
Беҙ,2в синыфы уҡыусылары исеменән филармониябыҙҙың артистарына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.Уларға ижәди уңыштар,яңынан яңы асыштар теләп ҡалабыҙ.