Бөгөнгө көндөң көнүҙәк мәсьәләһе булып йәш быуынға дөрөҫ тәрбиә биреү тора.Мәктәп программалары алмашына,закондарға төҙәтмәләр индерелә,яңы технологиялар менән уҡытыу методикалары үҙләштерелә.Беҙ былай ҙа техник прогресс осоронда йәшәйбеҙ.Ә был осраҡта балалар атай-әсәйҙәрҙән,олатай-өләсәйҙәрҙән күптән инде алда бара. Тәрбиә мәсьәләһендә халыҡ педагагикаһы алымдарын ҡулланыу күпкә отошло тип һанайым.Быуындан- быуынға күсеп, тәрбиә көсөн юғалтмаған мәҡәлдәр,әкиәттәр,һанашмаҡтар,йомаҡтарҙы әлеге быуын атай-әсәйҙәре беләме һуң? Ә бит ата-бабаларҙан ҡалған был мираҫ алтын бәрәбәренә тиң.Унда бит халыҡтың аҡылы ынйы бөртөктәре һымаҡ сүпләп кенә йыйылған.Элекке ваҡыттарҙа ата-әсәләрҙең дипломдары ла булмаған.Ә балалар тәртипле,ипле,эш һөйөүсән,итәғәтле,тырыш,өлкәндәргә һәм кеселәргә ихтирамлы булып үҫкәндәр.Ә ғаилә һәр саҡ ишле булған.Тәрбиә,психология өлкәһенә ҡағылышлы мәҡәлдәрҙе ҡарап үтһәк,уларҙың һәр һүҙендә күпме аҡыл ярылып ята! *Талды тал сағында бөгөп ҡал,таяҡҡа ҡалһа,бөгә алмаҫһың. *Ололаһаң олоно,ололарҙар үҙеңде. *Ашағанда ҡолағың һелкенһен,эшләгәндә йөрәгең елкенһен. *Эшләгәнең кешегә булһа ла,өйрәнгәнең үҙеңә була. *Атаңдың ғына улы булма,халҡыңдың да улы бул. *Тыуған илең-алтын бишек. *Сит ерҙә солтан булғансы,үҙ ереңдә олтан бул. *Уҡыу-белем шишмәһе. *Өндәшеүең көмөш булһа,өнәшмәүең мең алтын. *Һөнәрле үлмәҫ,һөнәрһеҙ көн күрмәҫ. Ошо мәҡәлдәрҙе генә иҫкә төшөрһәк тә, уларҙа балаларҙа патриотик тәрбиә лә,хеҙмәткә һөйөү ҙә,тыйнаҡлыҡ һыҙаттары тәрбиәләү ҙә бар.Балаларҙы,йәш быуынды тәрбиәләүселәр иң беренсе сиратта халыҡ педагогикаһы нигеҙҙәрен төплө белергә тейештәрҙер тип уйлайым.

Теги других блогов: психология педагогика тәрбиә