Бөгөн-Ватанды һаҡлаусылар көнө.
Минең атайым,Байракаев Рысҡужа Йомағужа улы,Бөйөк Ватан һуғышында баштан аҙаҡҡаса һәр метр ер өсөн йәнен аямай еңеү өсөн алға барған.Әйтеүе генә анһат:һуғыштың әсе-сөсөһөн татып,һуғыштан һуң да әле илдә тыныслыҡ булһын өсөн хеҙмәт итеп,1947 йылда ғына тыуған ауылына-Таһирыбыҙға ҡайтып төшә.Күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын:атайыбыҙҙы ағайҙарының һуғышта ятып ҡалған тигән ҡара ҡағыҙҙары,ауыр тормош көткәндер инде.1949 йылда әсәйебеҙҙе,Иргизбаева Бибиниса Зиннәтулла ҡыҙын осратып,яңы тормош башлап ебәрәләр.Әсәйебеҙ ул ваҡытҡа инде торф ҡырҡыу буйынса 10 йыл стажлы эшсе була.Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте киң:ут эсенән йөрөп ҡайтып,10 балаға ғүмер бирергә яҙған икән атайыбыҙ менән әсәйебеҙгә.Тик,үкенескә күрә,4 бала йәшәп китә алмай.Беҙ,2 малай,4 ҡыҙ,һау-сәләмәт булып,үҫеп етеп,үҙебеҙ олатай-өләсәйҙәр булып,атай-әсәйебеҙ яулап биргән тыныслыҡта илебеҙгә матур хеҙмәт иттек.Атай-әсәйебеҙгә беҙҙе эш һөйөргә,маҡсатлы булырға,кешеләрҙе хөрмәтләргә өйрәткәндәре өсөн рәхәәтлебеҙ.Улар үҙ өлгөһөндә,үҙҙәре менән бергә хеҙмәттә сыныҡтырып , беҙгә,балаларына матур тәрбиә бирҙеләр.Атайыбыҙ 49 йәшендә беҙҙе ҡалдырып,баҡыйлыҡҡа күсте.Әсәйебеҙ беҙҙе,6 баланы аяҡҡа баҫтырҙы,оло тормош юлына оҙатты.
Рәхмәт һеҙгә ,Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, атайыбыҙ һәм тыл ветераны әсәйебеҙ!Урындарығыҙ ожмах түрҙәрендә булһын.Рухтарығыҙ шатланһын.Амин.