Һин башҡортмо, һин татармы — Унда түгел мәсъәлә, Башҡорттан да, татарҙан да Урыҫ тыуа — үәт, бәлә! Әнғәм Атнабаев. * * * Урам буйлап йәш бер әсә килә, Ҡурсаҡ кеүек ҡыҙын етәкләп, Сутыр - сутыр ниҙер һөйләшәләр, Көлөшәләр улар икәүләп. Бәй, урыҫса былар аралаша, Кеше әйтһә, һис тә ышанмам. Ҡыҙғынаһы: "Зайдем в магазин, - ти. - Ты мне шоколадку купишь, мам?" Модаларға инде урыҫлашыу: Күбәйә шул "мама - папалар". Кәмей бара һаман милләтебеҙ, Кәмей бара "әсә - аталар". Төпкөлдәрҙә күпләп тыуа хәҙер Аделина, Артур, Эльзалар... Гүзәл, Зөлфиәләр, Абдуллалар — Башҡорт исемдәре ҡайҙалар? Сит милләттә осратырмын тимә Берәй генә башҡорт исеме: Француз Ғәли, немец Мәликәләр, Урыҫтарҙың бармы Хәсәне? Ниңә әүмәкәйһең икән, халҡым? Башҡорт элек улай булмаған. Күпме ҡан - ҡойоштар, ыҙа аша Ул үҙенә ирек яулаған. Салауаттар, Зәки Вәлидиҙәр Һаҡлап ҡалған ғәзиз Ил бит ул, Рәми Ғариповтар, Ҡолдәүләттәр Дан йырлаған гүзәл тел бит ул! Юғарынан килгән бойороҡтар Телгә ҡаршы була һәр бере: Үҙ телеңә ғаризалар кәрәк, Сит телдәрҙе уҡыу мәжбүри. Йәнбирҙеләр, Йәнбикәләр теле — Ай, ҡурҡыныс — бер саҡ бөтөрмө, Урыҫ телле ҡуңыр йөҙлө халыҡ Ошо ерҙә ғүмер итерме? " Баю, баюшки " тип бишек йырын Сабыйҙарға улар көйләрме, "Давным - давно жили башкиры" тип Әкиәттәр улар һөйләрме? Урыҫ теле — бөйөк, һис бәхәс юҡ, Камил бел һин урыҫ телен дә, Тик башҡортса һөйләш үҙ ереңдә, Йәшәйһең бит башҡорт илендә. Балаларға ҡалдыр башҡорт рухын, Ейәндәрең өлгө алһындар. Нимә сәсһәң, шуны ураһың бит — Яҡты эҙҙәр һеҙҙән ҡалһындар! ...Бер кемдән кәм түгел татар, башҡорт, Урыҫ менән бер тиң - ҡатарҙан, Башҡорттарҙан бары башҡорт тыуһын, Тик татарҙар тыуһын татарҙан. Флүрә Маликова.

Теги других блогов: башҡорт татар милләт тел әсәр