Сибай татры сираттағы миҙгелен асты.Беренсе көндә "Һағыштарым-тулы ғазаптарым"исемле тамашаны яратып ҡараныҡ.
Спектаклдән һуң һәр тамашасы уйлана,үҙенә һығымта яһай.Театр бит шуның өсөн дә театр.Проблемаларҙы күтәрә,уның сисеү юлдарын эҙләтә,күңел төбөндә йәшеренеп ятҡан хис-кисерештәрҙе ҡуҙғата.
Спектаклдең төп героиняһы Эльза күп ҡатын -ҡыҙҙарыбыҙҙың тормошон кисерә.Йәки булмаһа шуға оҡшаған тормошон.Эльза тормошон йәберләү менән башлап ебәргән.Ә матур туй күлдәктәрендә ,яҡты хыялдар менән башланған ғаилә тормошонда ла Эльза йәшәгән тормоштар юҡмы ни?Йорт төҙөү,баҡса,мал-тыуар мәшәҡәттәре.Ә тормош иптәше?Тормош иптәше тип аталырлыҡ ир-аттар күпме ул йәмғиәтебеҙҙә?Ҡатынын аңлаусы,уға терәк булыусы,ауыр саҡта иңен ҡуйырҙай?Әллә ҡатынына тамаҡ бешереүсе,кер йыуыусы,донъяны алып барыусы,бала бағыусы итеп кенә ҡарайҙармы?Ҡатын кеше бөтмәҫ донъя мәшәҡәттәренән арынып,үҙенең хыялдары тураһында уйлай ҙа алмай.Шул кәрәк,был кәрәк,шул етмәй,был етмәй...Һөҙөмтәлә йәшәгән йорто уға шатлыҡ та килтермәй:унын һаулығын,матурлығын,хыялдарын йотоусы ҡумта ғына булып ҡала.
Кеше бит ғүмере буйы матур йәшәргә ынтыла.Был тәбиғи лә.Матур тормошто парлап,бер-береһен аңлап төҙөргә булһын парҙарға.